Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2017, 08:36

Төбәктә ауыл хужалығын кредитлау күләме артҡан

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2016 йылда республиканың ауыл хужалығын кредитлау күләме 2015 йыл менән сағыштырғанда 1,4 тапҡырға артҡан һәм 20,5 миллиард һумға еткән. Был турала Башҡортостан буйынса Милли банкының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә бирелгән кредиттар буйынса бурыстың ҡалған өлөшө 2015 йыл менән сағыштырғанда 20,5 процентҡа үҫеп, 39,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Төбәктә кредиттар буйынса түләнмәгән бурыс 12,5 процентҡа кәмегән һәм 1,3 миллиард һум булған.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: