Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.12
-0.16
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2017, 08:22

Республика халҡын бушлай интернет-эшҡыуарлыҡҡа уҡырға саҡыралар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика халҡы интернетта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәренә бушлай уҡый ала. «Интернет-эшҡыуарлыҡ» белем биреү курсы менән Башҡортостан Республикаһы Электрон мәғарифы порталында танышырға мөмкин.
Курс интернет-проект төҙөүҙең төп һорауҙарын үҙ эсенә ала: идеяларҙы эҙләү һәм һайлауҙан, эшҡыуарлыҡ моделен һәм маҡсатлы аудиторияны билдәләүҙән алып инвесторҙарҙы йәлеп итеүгә һәм бизнесты үҫтереүгә ҡәҙәр.
Уның маҡсаты – урындағы халыҡ араһында эшҡыуарлыҡ башланғыстарын дәртләндереү, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың 1800-гә яҡын тораҡ пунктында йәшәүселәр – республиканың 86 проценттан ашыу халҡы киң һыҙатлы интернет хеҙмәттәре менән файҙалана.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас