13:34 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Ипотека буйынса ставкалар 10 проценттан түбән төшөүе мөмкин

ratecredit.net
ratecredit.net
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт ярҙамы программаһының тамамланыуына ҡарамаҫтан, быйыл ипотека буйынса ставкалар йылына 11 процентҡа тиклем, 2018 йылда 10 проценттан түбән төшөүе мөмкин. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында яңғыраған белдереүҙе «Известия» гәзите тикшерҙе. Торлаҡ һатып алыуға кредиттар буйынса ставка әле бер ҡасан да бер урынлы һанға тиклем төшкәне булманы, тип билдәләй баҫма. Йылына 40 проценттан башлап, 2007 йылға ул 12 процентҡа тиклем кәмене, 2008 һәм 2014 йылдарҙа йәнә артты. 2015 йылдың мартынан илдә ставкаларҙы субсидиялау программаһы эшләй башланы. Ул ике йылға иҫәпләнгән. Программа тамамланһа ла, ставка артмаясаҡ, тип иҫәпләйҙәр Хөкүмәттә: тотороҡло баҙар һәм түбән инфляция шарттарында банктар йылына 12 процент менән ипотека кредиттары тәҡдим итә. Банк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, үҫеш көтөлмәй, әгәр инфляцияны дүрт процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшһәк, бер-ике йылдан ставканы 7-8 процент кимәлендә билдәләргә мөмкин.
Ләкин төҙөлөш тармағы вәкилдәре бының менән килешмәй. Банк сәйәсәтен көсәйтеү һәм халыҡтың реаль килеменең кәмеүе ипотека ставкаһын кәметергә юл ҡуймаясаҡ, тип иҫәпләй улар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика