02:06 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ акцияһын Һаҡлыҡ банкы хуплап сыҡты

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» эшҡыуарлыҡ акцияһын үткәреү барышында Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе араһында уҙаҡташлыҡ тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа төбәк Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе Азат Фазлыев һәм Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасаһы Марат Мансуров ҡул ҡуйҙы.
Яҡтар инвестиция проекттарын финанслау һәм эксперт баһаһы мәсьәләләре буйынса төп үҙ-ара эш итеү йүнәлештәрен билдәләне. Кредит бизнесын дәртләндереү программаһы, банк продукттарын һайлау, шулай уҡ инвестиция эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса акцияла ҡатнашыусыларға бергә консультация биреү күҙаллана.
Әлеге мәлгә «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» акцияһында яҡынса 18 миллиард һум күләмендә 31 проект ҡатнаша. Төп өлөшө – етештереү, ауыл хужалығында эшкәртеү, реконструкциялау һәм төҙөлөш өлкәһендәге проекттар. Әүҙемлек буйынса Өфө ҡалаһы алдынғы килә, икенсе урынды Өфө районы биләй, өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ.
Ойоштороусылар проекттарҙы финанслау һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләре өҫтөндә эш алып бара. Алдан «Россельхозбанк», «Юниаструм банк», «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Интеза» банкы, «ЮниКредит Банк» менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы акцияһын республиканың алдынғы энергия менән тәьмин итеүсе ойошмаһы – «Газпром»дың Өфө газ бүлеү» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары ла яҡлап сыҡты. Был исемлек тулылана бара, тип билдәләнеләр Сауҙа-сәнәғәт палатаһында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика