10:18 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Килем тураһында мәғлүмәттәрҙе 2 майҙан да һуңға ҡалмайынса тапшырырға кәрәк – Федераль һалым хеҙмәте идаралығы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Физик берәмектәрҙең килеменә һалым буйынса Декларация кампанияһы башланды, тип иҫкә төшөрә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы. Өс йыл милкендә булған мөлкәтте һатыуҙан (2016 йылдың 1 ғинуарынан һуң һатып алынған күсемһеҙ милеккә — биш йыл), шулай уҡ фатир йәки бүлмәне ҡуртымға биреүҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән килем алыусылар апрель аҙағына тиклем һалым декларацияһын тапшырырға тейеш. Тулы исемлек Рәсәй Һалым кодексының 208-се статьяһында бирелгән.
Быйыл 2016 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһы буйынса физик берәмектәрҙең килеме тураһында һалым декларацияһын 2 майҙан да һуңға ҡалмайынса йәшәгән урын буйынса һалым органына тапшырыу шарт (сөнки 30 апрель ял көнөнә тура килә).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика