02:08 (UTC+5), 09 Февраля 2017

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Өфө» халыҡ-ара аэропорты йылына 4 миллионға тиклем пассажирҙы хеҙмәтләндергән Рәсәй аэропорттары араһында икенсе йыл рәттән иң яҡшыһы тип танылды. «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһын тапшырыу тантанаһында эксперттар һәм пассажирҙарҙың тауыш биреү йомғаҡтары иғлан ителде.
Тармаҡ премияһы призерҙарын бүләкләү тантанаһы 8 февралдә Мәскәүҙә NAIS-2017 Граждандар авиацияһы инфраструктураларының милли күргәҙмәһенең эшлекле программаһы сиктәрендә уҙҙы.
«Бөтә Башҡортостан халҡы исеменән аэродром комплексы өсөн тармаҡ етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уны реконструкциялау буйынса эштәр 2016 йылда тамамланды. Был республика халҡы өсөн кәмендә тағы 10-15 йылға һауа транспортының тотороҡло үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирә», — тип билдәләне бүләкләү тантанаһында «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Андреев.
Бынан тыш, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты 1 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән аэропорттар төркөмөндә онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса еңеү яулап, пассажирҙарҙың иң юғары баһаһына лайыҡ булды.
«Пассажирҙарҙың баһаһы — аэропортҡа айырыуса ҡәҙерле һәм ғорурлыҡ билдәһе булған тағы бер ҡиммәтле награда», — тип билдәләне Александр Андреев.
Йыл һайын уҙғарылған «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» премияһы NAIS ойоштороу комитеты һәм Федераль һауа транспорты агентлығы тарафынан булдырылған. Эксперттар советы ҡарары, шулай уҡ пассажирҙарҙың онлайн тауыш биреүе нигеҙендә һөҙөмтә төҙөлә. Аэропорт терминалдарының һәм хеҙмәттәрҙең эшен сағылдырған пассажирҙарҙы һәм авиакомпанияларҙы хеҙмәтләндереү сифаты, операция күрһәткестәре, транспорт (авиация) хәүефһеҙлеге, аэропорттарҙың авиациянан тыш табыштары, экологик һәм социаль яуаплылыҡ кеүек критерийҙар буйынса авиаүҙәктәргә баһа бирелә, тип аңлатма бирҙеләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.
Былтыр «Өфө» халыҡ-ара аэропорты тәүгә бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы, төп тармаҡ наградаларына лайыҡ булды. «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһы эксперттары Өфө аэропортын ике номинацияла: эксперттар фекеренсә һәм пассажирҙарҙың тауыш биреүе буйынса илдә иң яҡшыһы тип билдәләне.
«Рәсәй ҡанаттары – 2015» авиация премияһында йылдың иң яҡшы аэропорты тип танылды.
«АвиаПорт» тармаҡ агентлығының рейтинг һөҙөмтәләре буйынса «Өфө» аэропорты терминал инфраструктуралары һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты өсөн биш «йондоҙҙоң» дүртәүһен алды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика