07:38 (UTC+5), 09 Февраль 2017

Башҡортостанда халыҡтың аҡсалата килеме иҫәп сығарылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан статистары республика халҡының 2016 йылдағы аҡсалата килемен иҫәпләп сығарҙы.
2016 йылдың беренсе кварталында йән башына уртаса килем 22 551 һумдан ашыу булған. Икенсе кварталда — 25 288 һум, өсөнсөлә — 30 704 һум. Былтыр дүртенсе кварталда республикала йән башына уртаса килем 34 653 һумға еткән.
Дөйөм алғанда, бер йылда төбәктә йән башына уртаса килем 28 316 һум, йәки 2015 йылдағы реаль килем менән сағыштырғанда 97,1 процент тәшкил иткән.
Бынан алдараҡ Башҡортостанстат иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса республика предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең 2016 йылдың ғинуар-ноябре өсөн уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡын иғлан иткәйне.
Төбәктә эш хаҡы буйынса уртаса күрһәткес 27 251,8 һум тәшкил итте. Был 2015 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика