11:47 (UTC+5), 09 Февраль 2017

Башҡортостан төбәктәрҙә «Урал легендаһы» туристик кластерын үҫтерергә ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты быйыл төбәктәрҙә «Урал легендаһы» Башҡортостандың тау курорттары» туристик-рекреацион кластерын үҫтереү буйынса эште әүҙемләштерергә ниәтләй.
«Урал легендаһы» кластеры «Морат», «Яҡтыкүл» һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәктәрен, Ирәмәл тауын, Шүлгәнташ мәмерйәһен, «Тәңре» турбазаһын, «Ассы» шифаханаһын һәм башҡа туристарҙы йәлеп итерлек объекттарҙы берләштерә.
«Туризм өлкәһе белгестәре беҙҙең өсөн ошо проектты камиллаштырыу планын әҙерләгән. Бынан тыш, тауҙарҙа ҡорамалды яңыртыу ҡаралған. Бәлки, быйыл Морат янында ҡунаҡхана һәм ике кемпинг төҙөй башларбыҙ. Инфраструктураны яҡшыртыу, берҙәм логистика системаһын булдырыу буйынса ҙур күләмле эш башҡарырға кәрәк. Быларҙың барыһын да ҡышҡа ҡәҙәр тамамлау зарур», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов.
Уның фекеренсә, «Урал легендаһы»ның ҡеүәтен йәйгеһен файҙаланыу мөһим. Йәй көнө ошо кластерға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн курот һабантуйын уҙғарырға, вело- һәм агротуризмды үҫтерергә, шулай уҡ атлы маршруттар һәм этноауыл булдырырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика