11:50 (UTC+5), 09 Февраль 2017

Баш ҡала халҡын 11 февралдә ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар

Ксения Калинина
Ксения Калинина
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 11 февралдә өфөләрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар. Баш ҡаланың өс районында йәшелсә, бал, ит, һөт һәм башҡа ризыҡтарҙы һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Октябрь районында ҡышҡы ауыл хужалығы йәрминкәһе Рыльский урамындағы аллеяла уҙасаҡ. Орджоникидзе районында сауҙа – С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ойоштороласаҡ.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре йыл дауамында уҙғарыла. Улар урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам итеүҙә һәм өфөләрҙе сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай, тип билдәләнеләр хакимиәттә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, былтыр Өфөлә 237 ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙғарылған. Һатыуға килтерелгән продукцияның дөйөм ҡиммәте 600 миллион һумдан артҡан.
2016 йылда республиканың 45 районы халҡы Өфө йәрминкәләренә 4507 тонна картуф, 2688,7 тонна һуған, кишер, кәбеҫтә һәм сөгөлдөр, шулай уҡ 347,7 тонна бал, 1262,7 тонна һыйыр, сусҡа, һарыҡ, йылҡы иттәре һәм 105,8 тонна ҡош ите алып килгән.
2016 йылда Өфөләге ял көндәре йәрминкәләрендә 450 меңдан ашыу кеше ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика