09:38 (UTC+5), 08 Февраль 2017

Төбәктә сәй һәм күмәстәр арзанайған, һөт ҡиммәтләнгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башстат ғинуар айы өсөн республикала хаҡтарҙың тирбәлеү статистикаһын иғлан итте. Үткән айҙа сәй, шәкәр, көнбағыш майы, йомортҡа, тоҙ һәм ондан бешерелгән ашамлыҡтарға хаҡтың 1-2,6 процентҡа төшөүе теркәлгән. Сыр, аҡ май, эремсек, һөткә хаҡ 1,3-2,4 процентҡа артҡан. Ит ярымфабрикаттары, һыйыр ите, колбаса, тауыҡ бото 0,7-1,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Балыҡҡа хаҡ 0,7-1,9 процентҡа ҡыйбатланған.
Емеш-еләктән әфлисундар ғына арзанайған (10 процентҡа тиерлек). Бөтә йәшелсә, күберәк ҡыяр, помидор ҡиммәтләнгән (18-28 процентҡа).
Алыҫ араларға йөрөгән поездарға билет хаҡы уртаса 8,8 процентҡа, Өфөлә акция үткәреүгә бәйле ҡала электр транспортында 8 процентҡа төшкән. Еңел автомобиль йөрөтөү курсы уртаса 5 процентҡа осһоҙланған. Балалар баҡсаһына йөрөтөү хаҡы 7,6 процентҡа артҡан, нотариуста васыятнамә төҙөү 5,3 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Ғинуарҙа миҙгелле кейем-һалымға һәм аяҡ кейеменә хаҡ бер аҙ төшкән (0,6-2,5 процентҡа) һәм бензинға, дизель яғыулығына (1,3-2,2), еңел автомобилдәргә (1-2) күтәрелгән. Шулай уҡ төҙөлөш материалдары (2 процентҡа) һәм көнкүреш химияһы (0,4-1,8) ҡиммәтләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика