12:12 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Республика «Интурист» компанияһы менән эске туризмды үҫтереү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә Башҡортостан менән «Интурист» милли туристик компанияһы араһында эске туризмды үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һәм «Интурист» компанияһының һатыу буйынса директоры Сергей Толчин ҡул ҡуйҙы.
«Бынан алдараҡ беҙ Ҡазанға туристар ебәреү буйынса үҫеш юлына баҫтыҡ. Хәҙер бында ла шундай уҡ эште башлайбыҙ. Бөтә ил буйынса 13 меңдән ашыу туристик агентлығыбыҙ бар. Төп бурыс — эске баҙарҙан һәм халыҡ-ара йүнәлештәрҙән Башҡортостанға туристар ебәреүгә булышлыҡ итеү», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды брифингта Сергей Толчин. — Ярҙамыбыҙ тиҙ арала тейешле һөҙөмтә бирер, тип өмөтләнәбеҙ».
Эске туризмды үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 8 февралдә баш ҡалала асылған Төбәк туристик форумы барышында ҡул ҡуйылды.
«Бындай форумды Өфөлә тәүге тапҡыр уҙғарабыҙ. Башҡа ҡалаларҙа ошо сараны үткәреү тәжрибәһе үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы. Ике көнлөк форумдың эше һөҙөмтәле булыр, тип ышанам. Был бик ҡыҙыҡлы эш майҙансығы, бер үк ваҡытта эске һәм күсмә туризмды ла үҫтерергә мөмкин. Маҡсатыбыҙ — ойошҡанлы, хәүефһеҙ, күмәк туризмды үҫтереү, — тине Сергей Толчин. — Өфө беҙҙең өсөн иҫәп буйынса икенсе ҡала. Тәүҙә Екатеринбургтан башланыҡ. Сиратта — Һамар, һуңынан Ҡазан һәм Санкт-Петербург, йәғни бөтәһе биш ҡала. Асылда, был осоусы туристик күргәҙмә. Ҡатнашыусылар чартер самолеты менән төрлө ҡалаларға оса. Һәр ҡалала ошондай сара ойошторола һәм байтаҡ ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә».
Форумда ҡатнашыусылар иҫәбендә Ҡара диңгеҙ буйындағы туризм буйынса офис һәм ҡунаҡханаларҙың, шулай уҡ башҡа илдәрҙең вәкилдәре бар. Бынан тыш, күргәҙмә эшендә, конференция, семинар һәм оҫталыҡ кластарында Өфөләге һәм күрше төбәктәрҙәге туристик агентлыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнаша.
Форум 9 февралгә тиклем эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика