06:00 (UTC+5), 08 Февраля 2017

Башстат 2016 йылда республика халҡының нисек үҙгәреүен иҫәпләп сығарҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башстат 2016 йылдағы тәбиғи һәм миграция хәрәкәтенә йомғаҡ яһаны. Дөйөм алғанда, һөҙөмтә кире — дүрт мең самаһы кешегә кәмерәк. Былтыр 55 708 бала тыуған (2015 йыл менән сағыштырғанда 5,6 процентҡа аҙыраҡ). Бер йыл эсендә 52 283 кеше вафат булған (3,2 процентҡа йәки 1741 кешегә аҙыраҡ). Тыуыусылар һаны үлеүселәргә ҡарағанда 6,6 процентҡа күберәк (2015 йылда — 9,3-кә).
Үлемдең төп сәбәптәре араһында илдә әүәлгесә беренсе урынды ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары биләй — 47,7 процент, Башҡортостан буйынса — 41,1. Яман һәм төрлө шештәрҙән үлеүселәр ҙә күп — 15,6 процент, республикала — 13,1. Тышҡы сәбәптәр арҡаһында вафат булғандар — 8,1 процент, Башҡортостанда — 9,8.
2016 йылдың ғинуар-декабрь айҙарында миграция ағымы күләме 301,8 мең осраҡ тәшкил иткән. Республиканан ситкә китеүселәрҙең һаны — 55 мең кеше. Килеүселәр — 47,6 мең. 100 меңдән ашыу кеше республика эсендә күсенгән. Уҙған йылдың ғинуар-декабрь йомғаҡтары буйынса халыҡтың дөйөм миграция кәмеүе 7390 кеше тәшкил иткән (2015 йылдың ошо уҡ осоронда — 5927 кеше).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика