03:46 (UTC+5), 08 Февраль 2017

Адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә 2016 йылда республикала бер нисә дауахана һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы былтыр Башҡортостандың дүрт районында яңы дауаханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа килгән.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Салауатта күп функциялы дауахана файҙаланыуға тапшырылған. Шул уҡ йылда Шишмәлә сменаһына 400 өлкән һәм 200 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиникалар төҙөлгән.
Бынан тыш, 2016 йылда төбәктә ике фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелгән. Уларҙың берәүһе – Ҡалтасы районының Кейебәк ауылында, икенсеһе Илеш районының Ҡәҙер ауылында урынлашҡан.
2016 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбенә йәмғеһе 99 объект, шул иҫәптән белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм коммуналь инфраструктураһы учреждениелары файҙаланыуға тапшырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика