11:48 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Төбәктә адреслы программа буйынса яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Былтыр Башҡортостанда Республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу иҫәбенә ете белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылған.
Сафҡа индерелгән объекттар иҫәбендә — Стәрлетамаҡтағы мең урынға иҫәпләнгән бассейнлы яңы мәктәп һәм Федоровка районы Федоровка ауылындағы 1-се урта мәктәп.
Шул уҡ программа буйынса Ҡалтасы районы Краснохолм ауылында 110 урынлыҡ балалар баҡсаһын, Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылында 25 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 60 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү тамамланған.
Бөрйән районында Республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Иҫке Собханғол ауылында урта мәктәп яңыртылған һәм 120 балаға иҫәпләнгән мәктәп яны интернаты төҙөлгән.
Ошо уҡ йылда Йылайыр районында Йылайыр махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты ашханаһына төкәтмә һалынған, ә Ишембайҙа Башҡорт кадет корпусы төҙөкләндерелгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2016 йылда Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы 11,7 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарылған, был 2015 йылғы күрһәткестән 17 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, төбәктә 99 объектты төҙөү тамамланған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика