Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2017, 08:27

Өфөнөң Аграр университетында Сыр эшләүселәр мәктәбенең бишенсе төркөмө уҡып сыҡты

Башҡорт дәүләт аграр университеты
Башҡорт дәүләт аграр университеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөнөң Аграр университетында Сыр эшләүселәр мәктәбенең бишенсе төркөмө уҡып сыҡты. «Сырҙар етештереү технологияһы» программаһы аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты нигеҙендә икенсе йыл эшләй. Тәүге курс уҡыусылары рәтендә күбеһенсә фермерҙар ине. Ете кешенән торған һуңғы сығарылышта республикабыҙҙың һөтсөлөк предприятиелары белгестәре, шулай уҡ эшҡыуарҙар булды.
Башҡорт дәүләт аграр университетында хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу осоронда курстарҙа ҡатнашыусылар моцарелло (йомшаҡ йәш сыр), качотта (ябыҡ текстуралы ярымҡаты сыр), рикотто (эремсек һыуынан ярмалы йомшаҡ эремсек сыры), примо сале (йомшаҡ яңы эшләнгән сыр) кеүек сыр төрҙәрен етештерергә өйрәнде. Шулай уҡ улар сыр етештереү эшҡыуарлығында документ әйләнешенең үҙенсәлектәре һәм продукцияны тейешенсә төрөү алымдары тураһында белем алды. Был мәктәп эшләй башлағандан алып уны 40 тыңлаусы тамамлаған.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: