02:30 (UTC+5), 07 Февраль 2017

Башҡортостанда балды экспортҡа сығарыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Depositphotos.com
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһында башҡорт балын экспортҡа сығарыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Түңәрәк өҫтәлдә Ауыл хужалығы министрлығы, Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы, Хөкүмәт вәкилдәре, ғилми ойошмалар, умартасыларҙың йәмәғәт берекмәләре, бал етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, эксперттар ҡатнашты.
2012 йылда республикала 2020 йылға тиклем Умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы әҙерләнде. Ул бал ҡорто күстәренең иҫәбен 480 меңгә ҡәҙәр еткереү һәм тауар балын 8,5 мең тоннаға тиклем (2011 йылдың кимәленән 1,6 тапҡырға күберәк) етештереүҙе күҙаллай. Әммә һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттары билдәләнгән үҫеш кимәле менән барырға мөмкинлек бирмәй. Шулай уҡ дәүләт кимәлендәге финанс ярҙамының булмауы тармаҡ үҫешен тотҡарлай.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Умартасылыҡты үҫтереү һәм ҡортсолоҡ продукцияларын эшкәртеүгә булышлыҡ итеү республика программаһын әҙерләү буйынса төркөм булдырырға ҡарар итте. Йыйылғандар яҡын арала «Башҡортостан умартасылығы тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарына мөрәжәғәт әҙерләү өсөн республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһына тейешле тәҡдимдәр ебәрергә килеште. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар балды тикшереү һәм уға сертификат биреү буйынса лаборатория үҙәге төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Ул Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығында эшләйәсәк.
Республикала төрлө милек хужалыҡтарында 357 мең ҡорт күсе иҫәпләнә, уларҙың төп өлөшө – 301 меңе (84 проценты) шәхси секторға тура килә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 42 мең (12), ауыл хужалығы предприятиеларында 14 мең күс (4) иҫәпләнә. Уҙған йылда төбәктә 11 мең тонна тулайым бал етештерелгән, шул иҫәптән 5,4 мең тоннаһы – тауар балы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика