06:09 (UTC+5), 07 Февраля 2017

Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде. Йыл һайын Ғилми-тикшеренеү финанс институты Рәсәй Финанс министрлығы заказы буйынса ил субъекттарында бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәлен баһалай. Баһалау һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй төбәктәренең рейтингы төҙөлә.
2016 йыл өсөн рейтинг йомғаҡтары буйынса Башҡортостан бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле юғары булған төбәктәр төркөмөнә инде һәм ил төбәктәре араһында — 17-се, Волга буйы федераль округында иһә дүртенсе урын биләне.
Башҡортостан түбәндәге баһалау йүнәлештәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса урындағы рейтингтарҙың лидеры булараҡ билдәләнгән: «Бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү» — 10 максималь балдан 10 балл; «Бюджетты үтәү тураһында ике аралағы отчет һәм аналитик мәғлүмәттәр» — 22 максималь балдан 22 балл; «Бюджет проекты һәм уға материалдар» — 26 максималь балдан 21 балл — был номинацияла республика балдар һаны буйынса илдә беренсе урын алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика