03:15 (UTC+5), 06 Февраля 2017

Республикала Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ акцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хуплап сыҡты

БР Сауҙа сәнәғәт палатаһы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев менән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Ғәлим Яҡупов килешеү төҙөнө. Хәҙер «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» эшҡыуарлыҡ акцияһының барышы хаҡында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы һәм «Спутник ФМ» радиостанцияһы һөйләйәсәк. Акция һәм унда ҡатнашыусылар тураһындағы сюжеттарҙы телеканал һәм радиостанция тапшырыуҙарында даими ҡарарға һәм тыңларға мөмкин. Эшҡыуарлыҡ акцияһының барышын ысын ваҡыт режимында күҙәтергә була.
Әлеге мәлгә «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» акцияһында дөйөм 19,4 миллиард һум күләмендә 32 проект ҡатнаша. Төп өлөшө – ул етештереү (11 проект), ауыл хужалығында эшкәртеү (10 проект), реконструкциялау һәм төҙөлөш (4 проект), медицина өлкәһендәге (2 проект) проекттар. Берешәр проект — логистика, спорт, туризм һәм социаль тармаҡ өлкәһендә.
Әүҙемлек буйынса Өфө ҡалаһы алдынғы килә, икенсе урынды Өфө районы биләй, өсөнсөлә – Стәрлетамаҡ. Сауҙа-сәнәғәт палатаһының «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 инвестиция проекты» эшҡыуарлыҡ акцияһын банктар ҙа хуплап сыҡты. Уҙаҡташлыҡ килешеүҙәре «Россельхозбанк», «Юниаструм банк», «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Интеза» банкы, «ЮниКредит Банк» менән төҙөлдө.
Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының акцияһын республиканың алдынғы энергия менән тәьмин итеүсе ойошмаһы – «Газпром»дың Өфө газ бүлеү» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм киң мәғүмәт саралары ла яҡлап сыҡты.
БР Сауҙа сәнәғәт палатаһының башланғысына Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булышлыҡ итте. Төбәк етәксеһе ғаризаларҙы һайлап алыуҙа һәм инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу барышын контролдә тотоуҙа шәхсән үҙе ҡатнашырға әҙер булыуын белдерҙе. Ғаризалар акцияның рәсми сайтында ҡабул ителә – www.100rb.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика