Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2017, 13:25
Башҡортостан — күләгәле мәшғүллекте рәсмиләштереү буйынса илдең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда быға тиклем килешеүһеҙ эшләгән 67 мең самаһы кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. 2016 йылға план 60 мең кеше тәшкил иткән. Республика граждандарҙы рәсмиләштереү буйынса контроль күрһәткесте 112,2 процентҡа үтәгән. Был хаҡта Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.
Әле төбәк ошо күрһәткес буйынса Рәсәй субъекттары араһында бишенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Теги:
хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү
күләгәле мәшғүллек
Читайте нас: