05:59 (UTC+5), 03 Февраль 2017

Америка Ҡушма Штаттарының Генераль консулы Башҡортостанда уңайлы инвестиция мөхитен билдәләне

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Америка Ҡушма Штаттарының Екатеринбургтағы Генераль консулы Маркус Микели үҙенең Өфө буйлап эш сәфәре барышында Американың эшлекле берләшмәһе араһында Башҡортостандың юғары рейтингын, шулай уҡ республикала уңайлы инвестиция мөхитен билдәләне.
Маркус Микелиның Өфөгә эш сәфәре менән килеүенең төп маҡсаты – Америка Ҡушма Штаттарының Башҡортостан Республикаһы менән сауҙа, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәр үҫтереү өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнеү. Визит барышында Генераль консул Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге етәкселеге, Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Өфө хакимиәте һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашты.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре, шулай уҡ мәғариф программаларын ғәмәлгә ашырыу һәм мәҙәни алмашыу – фекер алышыуҙың төп темалары булды.
Үҙенең эш сәфәре сиктәрендә Маркус Микели нефть, газ һәм тау мәғдәне скважиналарын быраулау һәм ремонтлау өсөн ҡоралдар уйлап сығарыусы һәм етештереүсе «Буринтех» ғилми-етештереү предприятиеһында булды. Предприятие буйлап ойошторолған экскурсиянан һуң, «Буринтех» етәкселәре Америка Ҡушма Штаттарының Генераль консулы менән Америка компаниялары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса артабанғы пландарҙы тикшерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика