11:28 (UTC+5), 02 Февраль 2017

Башҡортостанда тағы ла биш район-ара Эштә булышлыҡ итеү үҙәге асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика программаһы сиктәрендә Башҡортостанда тағы ла биш район-ара Эштә булышлыҡ итеү үҙәге асыла. Унда яңы эш башлаған эшҡыуарҙар бушлай консультация, юридик һәм бухгалтер ярҙамы ала.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, яңы үҙәктәр Бәләбәйҙә, Белоретта, Нефтекамала, Салауатта, Стәрлетамаҡта, һәм республиканың көнбайышында — Туймазыла йәки Октябрьскийҙа асыла.
Беренсе үҙәктәр декабрҙә Ҡариҙелдә һәм Күмертауҙа асылғайны. Үҙәктәрҙең һәр береһе яҡын-тирәләге район-ҡалаларҙы берләштерә. Мәҫәлән, Күмертауҙағы үҙәккә Миәкә, Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары ҡарай. Иҫәнғолда — Күгәрсен, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Ҡариҙелдә Асҡын, Балтас, Тәтешле райондары йүнселдәре хеҙмәтләндерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика