07:17 (UTC+5), 02 Февраля 2017

Башҡортостан етештереүселәре баш ҡалала үтәсәк аҙыҡ-түлек йәрминкәһенә әҙерләнә

Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан етештереүселәре 11 февралдә Өфөнөң «Сипайлово» сауҙа-сервис комплексында үтәсәк гастрономия йәрминкәһенә әҙерләнә. Унда сыр яһаусылар һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе предприятиелар ҡатнаша. Һатып алыусыларға баш ҡаланың «Прополис» фирмаһынан бал һәм умартасылыҡ продукцияһы, «Дионис» предприятиеһынан һәм Стәрлетамаҡтан шәхси эшҡыуар Ирназаровтың кондитер изделиелары, Нуриман районының «Сәфәр» ит ыҫлау цехынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡтың «СНХЗ-М» һәм Өфө районының «Базис» компанияларынан ит деликатестары тәҡдим ителә. Был предприятиелар ризыҡтың сифатлы булыуын гарантиялаған «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды аҫтында сығыш яһау хоҡуғына эйә.
Йәрминкәлә республика сыр яһаусыларының продукцияһы ла буласаҡ. Улар сырҙы Италия һәм Франция технологиялары буйынса етештерә. Сарала Мәсетле районынан «МолПромСтрой», Аграр университеттан «Сыр яһаусылар мәктәбе», Ҡырмыҫҡалынан Айрат Әхмәҙуллиндың сыр етештереү цехы, Мәләүездән шәхси эшҡыуар Шамил Айытов, Өфө районынан «Дарина Люкс» фирмаһы сырҙың төрлө сорттарын һатыуға сығара. Иглин районынан Джуманали Декамбаевтың предприятиеһы ҡалып буйынса яһалған сырҙар тәҡдим итә.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем эшләй. Уны Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, «Һынау үҙәге» һәм республика Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика