04:24 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Учалы тау сәнәғәте колледжында яңы электр энергетикаһы лабораторияһы асылды

БР Мәғариф министрлығы сайтынан
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Учалы тау сәнәғәте колледжының уҡытыу полигонында яңы электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү лабораторияһы асылды.
Лабораторияның дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ нигеҙендә асылыуы уның үҙенсәлеге булып тора. Колледждың бағыусыһы – шахталы электр ҡорамалдарын әҙерләү һәм етештереү буйынса илебеҙҙең махсус предприятиеһы уҡыу йортона 6 миллион һумдан ашыу торған яңы заманса етештереү ҡорамалын тапшырҙы. Ул колледжда шахталы электр менән тәьмин итеү моделен булдырырға мөмкинлек бирҙе.
Лабораторияны асыу сиктәрендә түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Алдынғы белгестәр – Башҡортостандың, күрше төбәктәрҙең тау сығарыу предприятиелары энергетиктары, сараға саҡырылғандар, Учалы тау сәнәғәте колледжы етәкселеге колледжда эш биреүселәр талаптарына тап килгән кадрҙарҙы әҙерләү сифаты мәсьәләләрен тикшерҙе.
Эш биреүселәр хеҙмәттәшлеккә, шул иҫәптән студенттарҙың производство практикаһын тулы кимәлдә үтеүен тәьмин итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығында.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика