11:51 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Быйыл төбәктә капиталь ремонт программаһы буйынса 1064 йортто төҙөкләндереү ҡарала

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостанда капиталь ремонт программаһы буйынса 1064 йортто төҙөкләндереү ҡарала.
Йыл башынан республикала 18 күп фатирлы йорт ремонтланған. Ремонт эштәре 110 йортта алып барыла.
Капиталь ремонт милекселәр ай һайын индергән иғәнә иҫәбенә финанслана. Шуға күрә күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу туранан-тура һәр милексенең намыҫлылығына бәйле, тип билдәләнеләр Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостанда капиталь ремонтҡа иғәнә — Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. Әлегә уның күләме үҙгәрмәгән һәм алты ҡатҡа тиклемге йорттар өсөн 5,20 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттар өсөн 5,80 һум тәшкил итә.
Төбәк операторҙары ассоциацияһы төбәк программалары ғәмәлдә булған осорҙа 45 субъектта минималь иғәнә күләменең артыуын асыҡлаған. Иң юғары күрһәткес — Тула өлкәһендә (34,67 процентҡа) һәм Саха (Яҡут) Республикаһында (32,20). Иң түбәне Һамар (3,75 процентҡа), Псков (3,80) өлкәләрендә, шулай уҡ Красноярск крайында (3,85) теркәлгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2016 йылда 1202 күп фатирлы йортта 2,7 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһалған. Йыллыҡ план 1063 йорт тәшкил иткән. Республикала 160 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика