10:17 (UTC+5), 01 Февраля 2017

1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйымының хаҡы артты — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Айлыҡ аҡсалата түләү артыу менән социаль хеҙмәттәр йыйымын биреүгә йүнәлтелгән аҡса күләме лә үҫте. Бөгөндән ул 1048,97 һум тәшкил итә. Шул иҫәптән бушлай дарыу алыуға — 807,94, шифахана-курорт дауалауына — 124,99, ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауалана торған ергә барыу һәм ҡайтыуға — 116,04 һум.
Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров хәбәр итеүенсә, 2017 йылдың 1 ғинуарына 100 253 кеше әйберләтә социаль хеҙмәттәр алған. Был — айлыҡ аҡсалата түләү билдәләнгән кешеләрҙең өстән бер өлөшө. Социаль хеҙмәттәр йыйымын алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың 70 проценты социаль ярҙамды аҡсалата компенсация рәүешендә алырға теләк белдергән.
Тәүге тапҡыр айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнгән граждандарға быйыл социаль хеҙмәттәр йыйымы натураль формала бирелә. Теләге булғандар 1 октябргә тиклем киләһе йылдың 1 ғинуарынан әйберләтә хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартыу тураһында ғариза яҙа ала.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, йыл һайын ғариза яҙыу мотлаҡ түгел. Алдан ҡабул ителгән ҡарар үҙгәргән осраҡта ғына Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика