ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр күләмен иҫәпләү өсөн ошо йылдың I кварталына республиканың ҡала округтарында, ҡала биләмәләрендә һәм райондарында дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына яңы уртаса баҙар хаҡы
раҫланды. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тейешле бойороҡ сығарҙы.