03:53 (UTC+5), 31 Января 2017

Республикала бензин йәнә ҡиммәтләнде

Андрей Старостин
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. «Башнефть» йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин йәнә ҡиммәтләнде. Ошо компанияның яғыулыҡ ҡойоу станцияларында һуңғы тапҡыр хаҡтар бер аҙна элек артты.
Ике бензин маркаһы — АИ-92 һәм АИ-92 Atum ҡиммәтләнде. Уларға хаҡтар 20 тингә артты – бер литры өсөн 35,10 һәм 35,70 һум.
Ресурстың үҙҡиммәте, төбәктәргә яғыулыҡты илтеү, нефть базаларында нефть продукттарының әйләнеше, шулай уҡ баҙарҙағы ихтыяж һәм тәҡдим «Башнефть-Розница» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ваҡлап һатыу хаҡтарын билдәләй. Шул рәүешле, Башҡортостанда «Башнефть-Розница» йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтар үрҙә һанап киткән факторҙарҙың динамикаһын сағылдыра, тип аңлаттылар «Башинформ» агентлығына компанияның матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, декабрь аҙағында «Лукойл-Уралнефтепродукт» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында ла бензин ҡиммәтләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика