12:00 (UTC+5), 31 Января 2017

Өфөнөң төньяғын һәм көньяғын трамвай юлдары менән тоташтырырға теләйҙәр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығы етәксеһе Асҡар Фазлыев журналистарға ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөн тоташтырыуҙың яңы планы хаҡында һөйләне.
Рәсәй урамы буйлап трамвай юлдарын һалыу ҡарала. Проектты инвесторҙар ярҙамында бойомға ашырырға мөмкин, тип хәбәр итә «Комсомольская правда — Уфа».
«Былтыр беҙ 24 миллион самаһы пассажир йөрөттөк. Беҙҙең парктарҙа 176 троллейбус һәм 161 трамвай эшләй. Электр транспорты линияларының дөйөм оҙонлоғо — 329 саҡрым», — тип белдерҙе Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Асҡар Фазлыев.
Уның фекеренсә, Октябрь проспектындағы трамвай юлдарын бөтөрөү ҡала һәләкәте булды.
«Ләкин кәйефебеҙҙе төшөрмәйбеҙ. Өфөнөң көньяғын һәм төньяғын тоташтырыу буйынса яңы план төҙөнөк. Әлегә яҡынса, әлбиттә. Беҙҙең идеялар инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, тип ышанабыҙ. Проект бик ҡыҙыҡлы», — тип йомғаҡ яһаны Муниципаль электр транспорты идаралығы етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика