06:17 (UTC+5), 31 Января 2017

Башҡортостанда республиканың 2030 йылға тиклем бюджет прогнозы раҫланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында республиканың 2030 йылға тиклемге осорға бюджет прогнозы раҫланды.
Документ менән төбәктең финанс министры Рида Собханҡолова таныштырҙы. Унда оҙайлы осорға һалым, бюджет һәм бурыс сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, йыйылма бюджеттың төп параметрҙары һәм дәүләт программалары ғәмәлгә ашырылған осорҙа уларҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә төбәк ҡаҙнаһы сығымдарының сикке күләме билдәләнгән.
Башҡортостандың Финанс министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, бюджет прогнозы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы нигеҙендә әҙерләнгән һәм республиканың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын үҙ эсенә ала.
Төп вариант буйынса йыйылма бюджет килемдәренең дөйөм күләме тулайым төбәк продуктына ҡарата 2017 йылда 10,8 проценттан 2030 йылға алты процентҡа тиклем кәмеүе күҙаллана.
Шуға ярашлы, сығым параметрҙарының 2017 йылда 11,5 проценттан 2030 йылға 6,1 процентҡа тиклем кәмеүе фаразлана.
«Иҫәп-хисап дефициты»н йыл һайын кәметеү һәм 2030 йылға тулайым төбәк продуктына ҡарата 0,1 процентҡа тиклем еткереү планлаштырыла. Шулай уҡ бурыс йөкләмәһенең быйыл 2,3 проценттан 2030 йылға 0,8 процентҡа тиклем кәмеүе көтөлә.
«Республика дәүләт сығымдарын арттырырға тырышмай. Ҙур бюджет тигеҙләнеше тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ дәүләт бурысын кәметеү йүнәлеше һаҡланасаҡ», — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Үткән йылғы йомғаҡтар буйынса, Башҡортостандың дәүләт бурысы 1 миллиард һумға кәмегән. Уның күләме 23,6 миллиард һум тәшкил итә.
Бындай күрһәткестәргә һалым һәм һалым булмаған килемдәр буйынса планды арттырып үтәү арҡаһында өлгәшелде. Килемдәрҙең төп сығанаҡтары: ойошмалар табышына һалым, физик берәмектәрҙең килеменә һалым, акциздар, мөлкәт һалымдары, шулай уҡ ҙур компанияларҙың дивидендтары. Әлеге динамика республика финанс системаһының нығыныуына иҫәп тоторға мөмкинлек бирә, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика