11:17 (UTC+5), 31 Января 2017

Башҡортостан илебеҙҙә йомортҡа етештереү буйынса алдынғы урынды биләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан илдә йомортҡа етештереү буйынса алдынғы урынды биләй.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда, шулай уҡ Ростов, Воронеж, Ярославль һәм Белгород өлкәләрендә йомортҡа етештереү артҡан.
Төмән, Архангельск, Киров, Новосибирск, Ырымбур өлкәләрендә һәм Татарстанда иһә кәмегән.
Дөйөм алғанда, бер йыл эсендә бөтә категория хужалыҡтарында йомортҡа етештереү 2,2 процентҡа артҡан һәм 45,53 миллиард данаға еткән. Шул иҫәптән, ауыл хужалығы ойошмаларында етештереү 3,1 процентҡа — 34,44 миллиард данаға тиклем артҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2015 йыл менән сағыштырғанда Башҡортостанда йомортҡа етештереү 18,7 процентҡа артып, 1,114 миллиард данаға еткән. Шуның менән бергә төбәктәге ауыл хужалығы предприятиеларында 842 миллион дана (128,6 процент), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында — 18 миллион (96 процент), шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа 254 миллион дана (96 процент) етештерелгән.
Әле республикалағы бөтә категория хужалыҡтарында 11,5 миллиондан ашыу ҡош-ҡорт иҫәпләнә. 70,5 мең тонна ҡош-ҡорт һуйырға оҙатылған. 2015 йыл менән сағыштырғанда үҫеш өс процент тәшкил иткән.
Бөгөн «Башҡорт бройлеры», «Благовар», «Башҡорт ҡаҙы» һәм «Алтын ҡаҙ» предприятиелары, шулай уҡ «Башҡортостан», «Турбаҫлы бройлеры», «Ашҡаҙар», «Өфө», «Туймазы», «Юбилей» ҡошсолоҡ фабрикаларын, Өфө иген продукттары комбинатын берләштергән «Рус игене» компанияһы республикала ҙур предприятиеларҙан һанала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика