02:05 (UTC+5), 31 Ғинуар 2017

Башҡортостан 2017 йылда Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатын уҙғарыу өсөн бөтә талаптарға ла яуап бирә

«Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте
Разина Шарипова
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда 25 июндән алып 1 июлгә ҡәҙәр Ер һөрөү буйынса асыҡ Рәсәй чемпионаты уҙа. Ойоштороусылар билдәләүҙәренсә, дөйөм логистика, ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡунаҡханаға урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса Өфө районы бәйгенең бөтә техник талаптарына ла яуап бирә.
Рәсәй беренселеге бер төркөм һөнәри ярыштан тора, шул иҫәптән ҡайтарып һөрөү, «Трактор-шоу» — трактор менән идара итеү оҫталығы бәйгеһе.
Һөнәри ярыштарҙан тыш, чемпионатта бай эшлекле программа ҡаралған. Уның сиктәрендә конференциялар, форумдар, күргәҙмәләр, шулай уҡ республикала Баҫыу көнөн үткәреү күҙалланған. Бай эстәлекле мәҙәни программа Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итер, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Рәсәй чемпионатының ойоштороусыһы, ғәҙәттәгесә – «Росагролизинг» компанияһы.
Тупраҡ эшкәртеү оҫталығы буйынса халыҡ-ара механизаторҙар бәйгеһе 60 йылдан ашыу уҙғарыла.
Уларҙың төп маҡсаты – механизатор һөнәренең абруйын күтәреү, ер эшкәртеү алымдарын камиллаштырыу, ауыл хужалығында заманса технологияларҙы үҫтереү һәм киң ҡулланыу.
Рәсәй чемпионаты тәү тапҡыр 2012 йылда Краснодар крайында уҙа. Быға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара беренселекте ойоштороусылар Рәсәй һабансыларының йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүен, әҙерлек кимәленең тиҙ үҫеүен билдәләй.
Был йылдарҙа Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостандан Мәләүез районының «Һуҡайлы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы механизаторы Илдар Ишәкәев сығыш яһай. Уның иң яҡшы һөҙөмтәһе – IV Рәсәй чемпионатындағы «Трактор-шоу» ярышында өсөнсө урын.
2016 йылда Илдар Ишәкәевҡа Рәсәй командаһы исеменән ер һөрөү буйынса донъя һәм Европа чемпионаттарында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Бүләкле урын яуламаһа ла, үҙе өсөн баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле тәжрибә алды, тип билдәләнеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика