Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2017, 08:27

Учалы районының дүрт ауылына газ үтте

Учалы ҡалаһы хакимиәте
Учалы ҡалаһы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Учалы районының төньяғында урынлашҡан Сәфәр, Илсе, Мансур, Ильинка ауылдарына – бөтәһе 1300 йортҡа газ үтте. Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районына газ тәү тапҡыр 1998 йылда килә. 10 йылдан һуң ҡасаба-ара Миндәк – Ураз (89,3 саҡрым) һәм Ҡунаҡбай – Ахун (31,4 саҡрым) газ үткәргестәре 18 ауыл биләмәһендәге 3 мең йортҡа һәм 20-ләгән мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пунктына газ еткерә.
Тағы ла туғыҙ йылдан һуң газ райондың төньяғында йәшәүсе халыҡҡа етә. «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Учалы – Мансур магистраленең 26 саҡрымлыҡ тармаҡ төҙөлөшөн 189,5 миллион һумға тиерлек инвестициялай. Республика бюджеты 47,8 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтә.
Әлеге ваҡытта Мансур ауылы халҡына газ килеп етте. Тәбиғи газды тоташтырыуға әҙер булыуҙары хаҡында 56 йорт хужаһы ғариза яҙған. Мансур газ көйләү пунктын файҙаланыуға тапшырыуға хеҙмәттәштәре менән «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альберт Әхмәтшин һәм муниципалитет вәкилдәре менән район башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев килә.
«Учалы районы буйлап газ үткәреү кимәле түбән әле. Киләсәктә «Газпром» 8 ауыл биләмәһенә Мансур – Ҡорама магистраль газ үткәргесен төҙөргә ниәтләнә, ул районды тулыһынса газификацияларға мөмкинлек бирәсәк. Әммә етешһеҙлектәр ҙә бар – төҙөлгән газ үткәргесенең тәьмин ителеше тулы түгел, бөгөнгә ул 30 процент самаһы тәшкил итә. Шунлыҡтан, халыҡты, социаль объекттарҙы, сәнәғәт предприятиеларын районда төҙөлгән газ үткәргесенә ҡушылырға саҡырабыҙ», — тине Альберт Әхмәтшин.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: