07:02 (UTC+5), 30 Января 2017

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы

Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2016 йыл йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Дәғүәселәр 2017 йылдың 15 апреленә тиклем үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш.
Конкурста Рәсәй Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеү ысулдарының береһен һайлаған һәм тормошҡа ашырған (идара итеү компанияһы һайланған, торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөлгән йәки туранан-тура идара итеү бойомға ашырыла), бөтә талаптарға яуап биргән күп фатирлы йорттар ҡатнаша ала.
Еңеүселәрҙе Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәкселәренән, муниципалитет хакимиәттәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк Йәмәғәт контроле үҙәге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюзы башлыҡтарынан торған конкурс комиссияһы билдәләй.
Республикалағы иң яҡшы 50 йорт диплом һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, бүләк фонды күп фатирлы йортто һәм ошо йорттоң дөйөм милкенә ингән ер участкаһын тәртиптә тотоуға йүнәлтелергә тейеш. Аҡсаның 10 процентҡа тиклемен күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп бирергә мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу ҡағиҙәләре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика