09:37 (UTC+5), 30 Ғинуар 2017

Республикала шәхси йорттарға хаҡ артмаған

rb7.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Республикала шәхси йорттар ҡиммәтләнмәгән. «Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса йорттоң уртаса хаҡы, 0,4 процентҡа «төшөп», 5,5 миллион һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән. Эксперттар илдәге 76 төбәктең рейтингын төҙөгән: Башҡортостан шәхси торлаҡтың ҡыйбатлығы буйынса 19-сы урынды биләй.
Иң ҡиммәт йорттар Мәскәүҙә урынлашҡан һәм уртаса 17,5 миллион һум тора (торлаҡтың был төрө 7 процентҡа арзанайған). Ҡырым икенсе урында килә: 13,6 миллион һумға яҡын (- 2 процент). Өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе: 13,16 миллион һум (- 4,8). Санкт-Петербург рейтингтың дүртенсе баҫҡысын биләй: 11,9 миллион (- 5,4).
Иң арзан йорттар Ҡурған өлкәһендә: 1,87 миллион һум (9,3 процентҡа арзанайған).
Дөйөм алғанда, 29 төбәктә йорт биләүҙең уртаса хаҡы артҡан (күп тигәндә — Владимир өлкәһендә 6,8 процентҡа) һәм 47-һендә төшкән (уртаса 4 процентҡа). Аналитиктар халыҡтың түләүгә һәләте кәмеүенә бәйле шәхси йорт һалыусыларҙың аҙайыуын билдәләй. Шунан сығып, бындай йорттар арзанайыуын дауам итер, тип әйтергә була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика