02:29 (UTC+5), 27 Января 2017

Күмертауҙа «Боҙ аренаһы»н ағымдағы йылдың йәйенә сафҡа индереү билдәләнгән

Күмертау хакимиәте
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа «Боҙ аренаһы»н ағымдағы йылдың йәйенә сафҡа индереү билдәләнгән. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорныйҙың Күмертауға эш сәфәре барышында белдерелде. Уның менән бергә ҡалаға республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин килде. Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә предприятие һәм социаль объект ҡаралды: йылылыҡ электр үҙәге (яңыраҡ «Свердловск энергия-газ компанияһы» уның милексеһе булып китте); «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» заводы; авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгәндәр өсөн төҙөлгән яңы биҫтә; төҙөкләндереү эштәре барған Мәҙәниәт һарайы.
Тағы ла бер мөһим объект – «Боҙ аренаһы» һарайы, уны сафҡа индереү ағымдағы йылдың йәйенә билдәләнгән. Финанслау мәсьәләһе республика Башлығының контроленә алынған һәм яҡын арала хәл ителәсәк, тип билдәләнде.
Йылылыҡ электр үҙәгендә булғанда, Владимир Нагорный тарифтарҙы күтәреү темаһына ҡағылды. Свердловск энергия-газ компанияһы генераль директоры Алексей Ласковый әйтеүенсә, Күмертауҙа электр энергияһының хаҡы республикала иң түбәндәрҙең береһе ине, тарифтарҙы күтәреү иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән. Свердловск энергия-газ компанияһы йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булырға һәм ҡалала яңы етештереү объектын (уның өсөн 600-ләгән эш урыны талап ителәсәк) асырға ниәтләнеүен хәбәр итте ул.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Күмертау авиация етештереү предприятиеһында булды һәм граждандарҙы ҡабул итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика