Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2017, 15:24

Өфөлә быйыл тәүгә ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелә

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 4 февралдә Өфөлә быйыл тәүге тапҡыр ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Йәштәр һарайы алдында ит, бал, һөт ризыҡтары һәм йәшелсә менән сауҙа итеү ойошторола. Хаҡтар баҙарҙағыға ҡарағанда арзаныраҡ.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 20 йылдан ашыу уҙғарыла.
Бындай йәрминкәләрҙең төп бурысы — өфөләрҙе сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, хаҡтар артыуын туҡтатыу, шулай уҡ республика етештереүселәренә ярҙам күрһәтеү.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, былтыр Өфөлә ошондай 237 йәрминкә ойошторолған, «Барыһы ла баҡса өсөн», «Еләкле тырыз» һәм «Баллы төбәк» тә шул иҫәпкә инә.
Һатыу өсөн килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм хаҡы 600 миллион һумдан ашҡан.
Былтыр өфөләргә 4507 тонна картуф, 2688,7 тонна һуған, кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, шулай уҡ 347,7 тонна бал, 1262,7 тонна һыйыр, сусҡа, һарыҡ, йылҡы ите һәм 105,8 тонна ҡош ите тәҡдим иткәндәр. Бер йылда баш ҡалаға республиканың 45 районынан фермерҙар һәм шәхси ихата хужалары үҙ продукцияһын килтергән. Ял көндәрендә уҙғарылған йәрминкәләргә 450 меңдән ашыу кеше килгән.
Читайте нас