03:28 (UTC+5), 27 Января 2017

Башҡортостан Белоруссия менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә ниәтләй

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Рәсәй Федерацияһының Өфө ҡалаһындағы Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһенең яңы билдәләнгән советнигы, етәксеһе Петр Балтрукович менән осрашты.
Башҡортостан һәм Белорусь Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү һорауҙары фекер алышыуҙың төп темаһы булды. Атап әйткәндә, ике хөкүмәт араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу хаҡында һүҙ барҙы. Яҡтар республикалар араһында тауар әйләнешен арттырыу, берләштерелгән инновация проекттарын әҙерләү, уртаҡ предприятиелар төҙөү буйынса берлектәге эшкә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Башҡортостандың инвестиция проекттары, шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫешеүсе ҡалалары – Бәләбәй һәм Күмертау биләмәләрендә производстволар урынлаштырыуҙа предприятиелар өсөн шарттар һәм ташламалар буйынса мәғлүмәт материалдары илселек бүлексәһенә йүнәлтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика