06:06 (UTC+5), 26 Января 2017

Төбәктә күсемһеҙ милек тураһында мәғлүмәттәрҙе онлайн режимда алырға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең сайтында Күсемһеҙ милектең берҙәм реестрынан онлайн режимда мәғлүмәттәр биреү һәм документтар ҡабул итеүгә алдан яҙылыу буйынса яңы ике сервис эшләй башланы.
«Онлайн режимда күсемһеҙ милек объекттары буйынса мәғлүмәт» сервисы тиҙ арала Күсемһеҙ милектең берҙәм реестрынан күсемһеҙ милек — кадастр хаҡы, объекттың күләме һәм урынлашҡан урыны, теркәлгән хоҡуҡтарҙың булыу-булмауы, уларҙың сикләүҙәре тураһында мөһим мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ҡыҙыҡһындырған объектты кадастр һәм шартлы номер, хоҡуҡтың адресы йәки номеры буйынса табырға мөмкин.
«Офистар һәм ҡабул итеү бүлмәләре. Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу» сервисы «Росреестр» хеҙмәттәрен алыу өсөн визитты планлаштырырға мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ сайтта «Һорауҙарҙың башҡарылыуын тикшереү», «Электрон документты тикшереү» сервистары эшләй, тип хәбәр иттеләр «Росреестр»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика