02:34 (UTC+5), 26 Января 2017

Ауыл юлдарын төҙөүгә төбәктәргә аҡсаны йәйен түгел, яҙғыһын йүнәлтергә кәрәк – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ауыл биләмәләренә юлдар төҙөүгә Рәсәй Хөкүмәте бүлгән аҡсаны төбәктәргә йәйен түгел, яҙғыһын йүнәлтергә кәрәк, тип белдерә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы вәкиле, Рәсәй ауыл йәштәре союзы рәйесе Юлиә Оглоблина. Ул сараларҙы тулы күләмдә үҙләштерергә һәм эштәрҙе йәйгеһен башҡарырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр ителә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты сайтында.
Быйыл Рәсәй Хөкүмәте 54 төбәккә ауыл биләмәләренә һәм етештереү объекттарына юл төҙөүгә 8,3 миллиард һум аҡса бүлә. Ҙур ғына субсидия Башҡортостанға ла бирелә – 634,1 миллион һум.
«Юлдар төҙөүгә аҡса бүленеүе бик яҡшы. Иң мөһиме, улар үҙләштерелһен генә. Сөнки йыл һайын аҡсаның ниндәйҙер өлөшө үҙләштерелмәй тороп ҡала. Шул рәүешле былтыр миллиард һумдан ашыу тотонолмай ҡала. Федераль юл агентлығы бында төбәк властарын ғәйепләй. Унан да бигерәк, аукцион уҙғарып өлгөрмәгәндәре өсөн уларға штраф санкциялары һалына. Башҡарма власть органдары төбәктәргә аҡсаларҙы яҙғыһын ебәрһен тип баҫым яһайбыҙ, былтырғы кеүек йәйгеһен түгел. Бүленгәндең һәр тине үҙләштерелергә тейеш», — тине Юлиә Оглоблина.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм Рәсәй ауыл йәштәре союзы әүҙемселәре быйыл аҡса бүленгән юлдың төҙөлөшөн тикшерергә ниәтләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика