08:29 (UTC+5), 25 Ғинуар 2017

Республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты микрофинанслау күләме 350 миллион һум тәшкил итәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Быйыл Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа микрофинанс ярҙамының күләме 350 миллион һум тәшкил итәсәк. 2016 йылда был һан 302,5 миллион тәшкил иткәйне. Финанс ярҙамы 7 миллиард һумдан ашыу йыллыҡ килем күләмен тәьмин итте һәм ике мең эш урынын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе. Был хаҡта Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты микрофинанслау льготалы шарттарҙа 30 мең һумдан 300 меңгә тиклем займ биреүҙе күҙ уңында тота. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа муниципаль кимәлдә микрофинанс ярҙамы күрһәтеү республика биләмәһендә, шул иҫәптән моноҡалаларҙа «Башҡортостан микрокредит компанияһы»ның 10 офисы эшмәкәрлеге иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
2016 йылда тауар етештереүҙе үҫтереү буйынса муниципаль бизнес башланғыстарын ғәмәлгә ашырыу өсөн өс йылға тиклем 3 миллион һумғаса инвестиция займдарын биреү башланған. Йыл йомғаҡтары буйынса, был ауыл хужалығы (71 процент) һәм производство өлкәһендә (45 процент) бәләкәй бизнесты микрокредитлау күләмен арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика