04:14 (UTC+5), 25 Января 2017

Республика ауыл юлдарын төҙөүгә 634 миллион һум аласаҡ

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте ауыл биләмәләренә һәм етештереү объекттарына юл төҙөү өсөн төбәктәргә 8,3 миллиард һум аҡса бүлде.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ 24 ғинуарҙа баҫылған.
Ҡабул ителгән ҡарар «дөйөм ҡулланылыштағы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары селтәренең оҙонлоғон арттырырға» булышлыҡ итәсәк, тип билдәләнә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.
Федераль субсидия 54 төбәккә бүленә, шул иҫәптән Башҡортостанға ла. Республика 634,1 миллион һум аласаҡ.
Аҡса «дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары селтәренән ауыл биләмәләренең яҡындағы ижтимағи әһәмиәтле объекттарына, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияларын етештереү һәм эшкәртеүгә алып барған дөйөм ҡулланылыштағы ҡаты япмалы автомобиль юлдарын төҙөү һәм яңыртып ҡороу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле төбәктәрҙең сығым йөкләмәләрен берлектә финанслауға» бүленә.
Саралар 2013-2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бирелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика