07:33 (UTC+5), 25 Января 2017

Рәсәй Иген союзы президенты Дәүләкән районында булды

«Дәүләкән» телекомпанияһы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Иген союзы президенты Аркадий Злочевский Дәүләкән районында булды.
Төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән бергә ул 1-се ойошма һәм «Премиум групп» йәмғиәтенең икмәк аҙыҡ-түлеге комбинаттарына барҙы. Улар 1-се икмәк аҙыҡ-түлеге комбинатының икмәк комбинатын яңыртып ҡороу барышы һәм ҡатнаш аҙыҡ заводында төҙөлөштө тамамлау эше менән танышты, шулай уҡ «Премиум групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең икмәк аҙыҡ-түлеге комбинаты икмәкханаһында булды.
Дәүләкән предприятиелары етәкселеге менән осрашыуҙа элеваторҙарҙы яңыртыу, иген үҫтереү күләмен арттырыу, уны тәрән эшкәртеү буйынса яңы цехтар төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
Дәүләкәндең уңайлы географик урынлашыуын иҫәпкә алып, ҡала-район икмәк комбинаттарының экспорт потенциалын күтәреү буйынса һорауҙар ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Рәсәй Иген союзына эшмәкәрлеге иген үҫтереү, икмәк аҙыҡ-түлеге, ҡатнаш аҙыҡ етештереү, һаҡлау, таҙартыу, зарарһыҙландырыу, эшкәртеү, эске һәм тышҡы сауҙа, уларҙың сифаты һәм сертификат алыу, шулай уҡ иген баҙары инфраструктураһын ойоштороу менән бәйле 400-ләгән предприятие һәм ойошма инә.
Союз ағзалары Рәсәйҙә иген етештереүҙең 20 процент самаһын, он һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү күләменең яртыһын, игендең баҙар әйләнешендә өстән ике өлөшөн, иген экспортының һәм уны эшкәртеү аҙыҡ-түлегенең 90 проценттан ашыуын тәьмин итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика