Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ғинуар 2017, 15:28
Өфөләге тимер юл вокзалын төҙөкләндереүҙе 2019 йылға тамамлау күҙаллана
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2019 йылда Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Был хаҡта «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлының яңы начальнигы Рәшит Сайбаталов Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе.
Әңгәмә барышында яҡтар төбәктә тимер юл буйлап пассажирҙар йөрөтөүҙе, йөк ташыуҙы үҫтереү һәм тейешле инфраструктура булдырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– «Рәсәй тимер юлдары» менән һәйбәт, килешеп эшләйбеҙ. Бер ҡасан да ҙур, ҡатмарлы, хәл ителмәҫтәй проблемалар булманы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә йөк ташыу буйынса хәл бер ни тиклем тотороҡло. Республика һеҙҙә ҙур йөк ебәреүселер, моғайын. Беҙ һеҙҙең системала әһәмиәтле урын биләйбеҙ. Шуға күрә ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.
Хәл ителмәгән мәсьәләләр иҫәбендә төбәк етәксеһе айырыуса Өфө вокзалын төҙөкләндереүҙе билдәләне.
– Вокзалды яңыртыу ваҡыты рекордлы буласаҡ. Был эш 2004 йылда башланғайны. Тимәк, 12 йыл бара. Тәүҙә нимәһе дөрөҫ булмағандыр, хәҙер әйтеүе ҡыйын. Унда ниндәйҙер етешһеҙлектәр асыҡланған, күрәһең. Бөгөнгә мәсьәлә хәл ителмәгән, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ ошо мәсьәләне 2010-2011, һуңынан 2013-2014 йылдарҙа, ШОС һәм БРИКС саммиттарына, хәл итергә уйлағайныҡ. Әммә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелмәне. Ысынында тағы ла эшләргә кәрәк.
– Хеҙмәттәштәрем ышандырыуынса, платформалар һәм үткәүелдәр менән бәйле бөтә ҡалған этаптар 2019 йылға (был һуңғы срок) хәл ителәсәк, – тип яуапланы Рәшит Сайбаталов.
Башҡортостан Башлығы пассажирҙар платформаһын реконструкциялау кәрәклеген дә билдәләне.
Рөстәм Хәмитов менән Рәшит Сайбаталов тимер юл аша йәйәүлеләр күперен төҙөү, Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлын һалыу, ҡала яны тимер юл составын яңыртыу һәм йөк ташыу өсөн Шакша тимер юл станцияһын асыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Теги:
транспорт
башҡортостан башлығы
Читайте нас