14:51 (UTC+5), 25 Января 2017

Башҡортостан «Роснефть» менән Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Республикаһы «Роснефть» нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм «Роснефть» компанияһының Баш башҡарма директоры Игорь Сечин ҡул ҡуйҙы.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, килешеү төбәкте комплекслы үҫтереүгә булышлыҡ иткән сәнәғәт, финанс, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға, шулай уҡ хужалыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың һәм ғәмәлдәрҙең социаль йүнәлеше һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Республика һәм компания етештереү өлкәһендә – нефть һәм газ химияһы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәм углеводородлы сеймал табыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй.
Килешеүҙә Башҡортостан ҡулланыусыларын сифатлы нефть продукттары менән тәьмин итеүгә, компанияның яғыулыҡ-ҡойоу станцияларын үҫтереүгә, заманса юл япмаһы материалдарын етештереүгә һәм файҙаланыуға, төбәктәге автомобиль транспорты ихтыяжының артыуын иҫәпкә алып, юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса проекттарҙы бойомға ашырыуға ҙур иғтибар бүленгән.
Документ шулай уҡ энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү, мәғариф һәм фәнни-техник эшмәкәрлек өлкәләрендә, импортты алмаштырыу, техниканы һәм технологияларҙы туплау мәсьәләләрендә көстәрҙе берләштереүҙе күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика