11:38 (UTC+5), 25 Ғинуар 2017

Башҡортостан Хөкүмәте «Рәсәй тимер юлдары» менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Ул 2019 йылға тиклем иҫәпләнгән. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлы начальнигы Рәшит Сайбаталов ҡул ҡуйҙы.
«Иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү йәһәтенән Куйбышев тимер юлының роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Сәнәғәт предприятиелары продукцияһын ташыу тап тимер юл аша бойомға ашырыла. Пассажирҙар йөрөтөү, айырыуса ҡала яны бәйләнеше, бик мөһим», — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.
Уның әйтеүенсә, бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү берлектәге эштә төп йүнәлештәрҙе нығытырға һәм республикала «Рәсәй тимер юлдары»н үҫтереү перспективаларын билдәләргә тейеш.
Документта сағылыш тапҡан яңылыҡтар иҫәбендә — яңы предприятиеларҙың эшләй башлауына бәйле йөк хәрәкәте күләменең артыуы. Һүҙ тәү сиратта Өфө районындағы «Кроношпан» ағас эшкәртеү предприятиеһы хаҡында бара.
«2019 йылға — Башҡортостандың 100 йыллығына Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау ҙа беҙҙең өсөн үтә мөһим. Тағы ла бер әһәмиәтле йүнәлеш — ҡала яны тимер юл составын яңыртыу. Тимер юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бәйле һорауҙар бар. Бөгөнгө килешеү киҫкен мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн нигеҙ булыр, тип ышанам», — тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика