ӨФӨ, 2017 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылда Рәсәйҙең алты федераль округының 27 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда урман ҡоротҡостарының ябырылыуы фаразлана. Ошо хаҡта, «Антистихия» үҙәге күҙаллауҙарына һылтанып, «РИА Новости» хәбәр итә.
«Төньяҡ-көнбайыш (Вологда өлкәһе), Үҙәк (Брянск, Владимир, Воронеж, Мәскәү өлкәләре), Көньяҡ (Краснодар крайы, Адыгей, Волгоград, Ростов өлкәләре), Волга буйы (Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Ырымбур, Һамар, Ульяновск өлкәләре), Урал (Ҡурған, Төмән, Силәбе өлкәләре), Себер (Алтай, Красноярск крайҙары, Алтай, Тыва, Иркутск, Кемеров, Новосибирск, Омск, Томск өлкәләре) федераль округтары биләмәләрендә урман ҡоротҡостарының күп булыуы һәм зыян килтереүе көтөлә», — тиелә 2017 йылға ғәҙәттән тыш хәлдәр фаразында.
Белешмә. Бөтә Рәсәй тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр мониторингы һәм фаразлау үҙәге («Антистихия» үҙәге) илдә ғәҙәттән тыш хәлдәр мониторингы һәм фаразлау системаһы эшмәкәрлеген көйләүсе төп ғилми-етештереү ойошмаһы булып тора. Үҙәктең төп бурыстары – тирә-яҡ мөхит объекттары, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм уларҙың сығанаҡтары мониторингы; ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм уларҙың эҙемтәләрен күҙаллау; Рәсәй биләмәһендә авариялар һәм һәләкәттәр буйынса мәғлүмәттәр банкын булдырыу, үҫтереү һәм анализлау.
2016 йылда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең оҙаҡ, урта сроклы һәм декада фараздары тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса 87 процентҡа аҡланған. Ҡотҡарыусылар иҫәпләүенсә, фараздарға ваҡытында иғтибар итеү байтаҡ хәл-ваҡиғаларға ғәҙәттән тыш хәл кимәленә тиклем үҫешергә ирек бирмәгән.