Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2017, 08:25
Республикала тимер юл плацкартлы урындарға 40 процентлы ташлама иғлан итә
kakprosto.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «Федераль пассажирҙар компанияһы»ның Куйбышев филиалы 24-26 ғинуарҙа бөтә поездарға плацкартлы вагондарҙағы өҫтәге урындар өсөн 40 процент ташлама бирә. Рәсәй тимер юлдарының Башҡортостан бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, ташлама аҫтағы урын тарифынан алып иҫәпләнә һәм сервис хеҙмәттәренә, урын-ер ҡаралдыһына бирелмәй. Ташлама 146/145-сы Мәскәү – Назрань һәм 61/62-се Мәскәү-Нальчик ашығыс фирма поездарына билет алыуға ҡағылмай.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
рәсәй тимер юлдары
ташламалар
Читайте нас: