09:57 (UTC+5), 24 Ғинуар 2017

Республика бюджеты 12,5 миллиард һум профицит менән үтәлгән – Финанс министрлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда дәүләт бурысы кимәлен кәметеү буйынса планлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә уның күләме 2015 йылдағы менән сағыштырғанда 1 миллиард һумға кәмегән һәм 23,6 миллиард тәшкил иткән.
Һөҙөмтәлә республика ҡаҙнаһы 12,5 миллиард һум профицит менән үтәлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Былтыр республиканың тупланма бюджеты параметрҙары түбәндәгесә ине: килемдәр — 195,2 миллиард һум, шул иҫәптән һалым һәм һалым булмаған килемдәр — 160,3, сығымдар — 185,1, профицит — 10,1 миллиард.
Уҙған йылда, федераль ҡаҙнанан һәм төрлө фондтарҙан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙе иҫәпкә алып, килемдәрҙең дөйөм күләме 163 миллиард һум тәшкил иткән. Был 2015 йылға ҡарағанда 12,8 процентҡа күберәк.
Республика ҡаҙнаһына 127,8 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәр ингән. 2015 йыл менән сағыштырғанда 17,4 миллиардҡа, йәки 16 процентҡа тиерлек күберәк .
Килемдәрҙең төп сығанаҡтары: ойошмалар табышына һалым, физик берәмектәрҙең килеменә һалым, акциздар, мөлкәт һалымдары, шулай уҡ ҙур компанияларҙың дивидендтары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика