Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
0
93.38
0
64.15
-0.29
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ғинуар 2017, 13:39
Республикаға ауыл халҡының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 244 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл Башҡортостан ауыл ерендә йәшәгән халыҡтың, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан 244 502,4 мең һум аҡса аласаҡ. Аҡса «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» маҡсатлы федераль программаһына ярашлы бүленә.
Рәсәй Хөкүмәте сайтында
хәбәр ителеүенсә
, федераль ҡаҙнанан аҡса 76 төбәккә бирелә. 2017 йылға бүленгән субсидияларҙың дөйөм күләме 3456,1 миллион һум тәшкил итә.
Теги:
субсидиялар
торлаҡ
ауыл биләмәләре
Читайте нас: