02:06 (UTC+5), 24 Января 2017

Моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан аҡса юллау буйынса Башҡортостан беренсе урында тора

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан моноҡалаларҙа эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә федераль саралар йәлеп итеү буйынса беренсе урынды биләй. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы – төбәк бюджеттарына субсидиялар бүлеү буйынса конкурс уҙҙы. Моноҡалаларҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн алған аҡса күләме буйынса Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты икенсе йыл рәттән тәүге урында килә.
Республикалағы алты моноҡала – Күмертау, Нефтекама, Учалы, Бәләбәй, Благовещен һәм Белорет федераль субсидиялар алыуға конкурста ҡатнаша. Һөҙөмтәлә дөйөм субсидия күләме 130 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Муниципалитеттарҙың яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 470-тән ашыу яңы эш урыны булдырған һәм 2500 самаһы эш урынын һаҡлап ҡалған 180-дән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы тура финанс ярҙамын (субсидиялар һәм гранттар) алған.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә Башҡортостанда федераль бюджеттан 255 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Уларҙан микрофинанс эшҡыуарлыҡты финанслау ойошмаларын асыуға һәм үҫтереүгә – 53 миллион һум, Социаль өлкә инновациялары үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә – 5 миллион һум, Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәген асыуға һәм үҫтереүгә – 30 миллион һум, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү буйынса сараларға – 11,2 миллион, Төбәк инжиниринг үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә – 26 миллион, моноҡалаларҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеүгә – 130 миллион һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика